пятница, 18 апреля 2014 г.

Майҙандан Кемдер – түрәлеккә, ә кемдер – төрмәгә йәки Украина оппозицияһын еңеү менән ҡотлайҙар

Украинаның элекке Премьер-министры Юлия Тимошенко иреккә сығыу менән “Евромайҙан”ға ашыҡты. Хәҙер ул ҡолас ташлап илде яңыртыуҙа ҡатнашмаҡсы. Шулай ҙа Хөкүмәт башлығы урынына күрһәткәс, исемен һыҙып ташлаған, тиҙәр. Президент вазифаһына ла дәғүә итмәҫ, моғайын. Ул былай ҙа бөтмәҫ ҡыуаныс кисерә, үҙен азат иткән Юғары Радаға рәхмәт уҡыйҙыр. 
Американың ҡабатланмаҫ “терминаторы” (шул исемдәге фильмдың төп геройына һылтанам – авт.), бер аҙ Калифорния штаты губернаторы ла булып эшләп алған Голливуд “йондоҙо” Арнольд Шварценеггер украиндарҙы еңеү менән ҡотлаған. Интернет селтәрендәге “Твиттер” аша яҙған хаты килеп еткән. Әйткәндәй, актер Украина граждандарының демократия өсөн “тыныс көрәш”ен тәүгә генә хупламай.
Америка шәхесе нимә, беҙҙән дә ҡотлау­ҙар бар. Юҡ, әлегә башҡорттарҙан түгел, ә күршеләрҙән. “Европа Украинаһы беҙҙең, Ҡазан татарҙары, өсөн дә өлгө булып хеҙмәт итер. “Евромайҙансы”ларҙың ҡаһарманлығына, хәүефкә ҡарамайынса үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙарына һоҡланабыҙ… Ҡорбан­дарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларҙың исемен урам-майҙандарға, мәктәп-вуздарға биреүҙе тәҡдим итәбеҙ”, – тип яҙған Татар ижтимағи үҙәге (ТОЦ) рәйесе Рәфис Кашапов менән уның туғаны, Киевтан сәйәси эмигрант Нәфис Кашапов. Был тәңгәлдә минең фекерҙәрем артыҡтыр. http://www.ye02.ru/news/pl/9240-mayandan-kemder-trlekk-kemder-trmg.html

Комментариев нет: